2021 йылдың 1 декабренә тиклем 30 мең һум ғына аҡса йыйылған. Тулы сумма материалдар төҙөүгә йүнәлтелер ине. Элвин Грей әйтеүенсә, шишмә уның тыуған ауылы Ҡауарҙыла урынлашҡан. Был урынды төҙөкләндереп, ял итеү урынына әйләндереп булыр ине. - Ҡауарҙы ауылы - минең өсөн тыуған ер. Бала саҡтан өләсәйем янында Ғафури районында ял итергә яраттым, - тип яҙған йырсы. - Йәмәғәт урынын төҙөкләндереүгә үҙ өлөшөмдө индерергә теләйем. Урындағы халыҡҡа һәм ҡунаҡтарға ял итеү өсөн яҡшы урын булыр тип уйлайым. Элвин Грей уҙған йылдың 21 апрелендә был проект хаҡында социаль селтәрҙә яҙғайны. Сумманың төп өлөшөн ул үҙе түләргә йыйына ине. - Мин, инициатор булараҡ, үҙемдән төп сумманы индерәсәкмен, ә ярҙам итергә теләгән һәр кем ҡушыла ала, - тип хәбәр иткән ине кәңәшсе. Фото: Т. Аманов