Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
18 Февраль 2022, 11:45

Өфөнөң 450 йыллығына ҡарата иң яҡшы стиль өсөн тауыш биреү башланды

Байрамдың айырым стилен билдәләүгә конкурс иғлан ителгәйне. Унда 34 эш ҡабул ителгән һәм интернет-тауыш биреүгә өс финалсы проект сығарыла.

Өфөнөң 450 йыллығына ҡарата иң яҡшы стиль өсөн тауыш биреү башланды
Өфөнөң 450 йыллығына ҡарата иң яҡшы стиль өсөн тауыш биреү башланды

Ошонда теләгән авторға тауыш бирә алаһығыҙ:ufakonkurs450.ru.

Тауыш биреү 24 февралгә тиклем бара. Иң шәп фирма стиле өсөн приз 150 мең һум. Икенсе урынға – 100, өсөнсөгә 50 мең һум.

Конкурсты ойоштороусылар – Башҡортостандың ҡала һәм ауылдары үҫеше институтының ҡала мөхите мәсьәләләре буйынса компетенциялар үҙәге, Өфө ҡалаһы хакимиәте, Өфөнөң 450 йыллығын байрам итеү буйынса эш төркөмө.

Фото: Өфө ҡалаһы хакимиәте сайты.

Өфөнөң 450 йыллығына ҡарата иң яҡшы стиль өсөн тауыш биреү башланды
Өфөнөң 450 йыллығына ҡарата иң яҡшы стиль өсөн тауыш биреү башланды
Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас: