Энергетик вампирҙар, ысынлап та, бар. Белгестәр хатта уларҙың ҡайһы бер һыҙаттарын билдәләгән.
- Ул кеше һиндә ғәйеп тойғоһо уятырға тырыша. Ул үтәлмәгән вәғәҙәңде иҫкә төшөрөп, ҡыйын хәлгә ҡалдырыуың хаҡында һөйләйәсәк.
- Ул кеше тормошҡа зарланырға ярата. Өҫтәүенә, үҙен йәлләтергә тырыша. Ул үҙенең бөтә проблемаһы хаҡында һөйләйәсәк.
- Энергетик вампир ихласлығың менән файҙалана. Ул тәүҙә һине күңелен биреп тыңлай. Ә һуңынан үҙенекен һөйләп, хәлеңде ала башласаҡ.
- Бындай кеше һәр ваҡыт үҙен хаҡлы тип уйлай. Ситтән ҡарағанда, ул хисһеҙ һәм тәкәббер булып күренә. Ул хаталанырға, ғөмүмән, уңайһыҙ хәлгә эләгергә яратмай.
- Уның менән ысын күңелдән һөйләшеп булмай. Проблемаң хаҡында һөйләй башлаһаң, үҙеңде ғәйепле итеүе лә бар.
Фото: Т. АМАНОВ.