Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
18 Февраль 2022, 21:32

Бер моң кинәт өҙөлдө, яҡты нур ҡапыл һүнде...

Донъя, гүйә, етемһерәп, тынып ҡалды... Бөгөн республика башҡорт халҡының моңло улы Илшат Яхин менән бәхилләште. Яҡты кеше, талантлы композитор һәм музыкант Илшат Ғәббәс улы Яхинды оҙатырға тиҫтәләрсә, йөҙҙәрсә кеше бар тарафтарҙан килеп, һөйөүен, ихтирамын белдерҙе. 

Бер моң кинәт өҙөлдө, яҡты нур ҡапыл һүнде...
Бер моң кинәт өҙөлдө, яҡты нур ҡапыл һүнде...

Илшаттың мәңгелек йорто тыуған ауылында - Учалы районы Ҡотой ауылында.

Композитор, баянсы, аранжировкалаусы, М. Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрының музыка бүлеге мөдире, Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Илшат Яхинға ни бары 48 йәш ине. Уның йәйрәп ижад итер, кинәнеп йәшәр саҡта ғына китеп барыуы яҡындары өсөн генә түгел, халҡыбыҙ өсөн дә оло юғалтыу, фажиғә. Күпме көйҙәр, күпме йырҙар ижад ителмәй ҡалды - моң өҙөлдө! Йөрәгенә бар донъяны һыйҙырған, юлында осраған һәр кемгә йылы һүҙен тапҡан, ихлас йылмайыуы менән әсир иткән Илшат - Учалыбыҙҙың, Башҡортостандың даны, яҡты йондоҙо булды һәм булып ҡаласаҡ. Йырҙары, көйҙәре уның исемен үлемһеҙ итә.

Илшат Яхин Учалы районында тыуған. 1988 йылда Өфө музыка мәктәп-интернатында уҡый башлай (хәҙер Ғ.Әлмөхәмәтов исемендәге Башҡорт республика гимназия-интернаты). Өфө сәнғәт училищеһының музыка факультетын (баян класы) тамамлай (уҡытыусыһы З.Ф. Мөслимов). 1992 йылда Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтына, баян класы буйынса уҡырға инә (педагогтары Р.Р. Рәхимов, М.И. Ғәйнетдинов).

Студент сағында уҡ Илшат Сибай дәүләт филармонияһында халыҡ уйын ҡоралдары оркестры етәксеһе булып эшләй башлай. Сибай филармонияһы коллективы менән Францияла, Грецияла, Белгород, Ташкент, Сәмәрҡәнд ҡалаларында халыҡ-ара фестивалдәрҙә ҡатнаша.

2001 йылдан Илшат Яхин — Башҡорт дәүләт филармонияһында «Карауанһарай» фольклор-эстрада төркөмө аккомпаниаторы-концертмейстеры. 2005 йылда филармонияның музыка бүлеге мөдире итеп тәғәйенләнә.

Илшат Яхин спектаклдәрҙең музыкаль әҫәрҙәре авторы булараҡ республика театрҙары менән тығыҙ хеҙмәттәшлек итте. 2011 йылдан Илшат Яхин М.Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрының музыка бүлеге мөдире булып эшләне. Композиторҙың һуңғы эш урыны — Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры.

Илшат Ғәббәс улы — композитор һәм аранжировкалаусы, шулай уҡ Истанбулда Башҡортостан Республикаһы көндәрен (2008 йыл), балалар араһында «Байыҡ» республика башҡорт бейеүен башҡарыусылар конкурсының гала-концерттарын (йыл һайын), «Башҡорт йыры» телевизион конкурсының гала-концертын музыкаль яҡтан биҙәне.

Илшат Яхин кинола ла әүҙем эшләне. «Бәхет ҡошо», «Сируси» сериалдары, «Өс хат», «Кластан тыш дәрес» кеүек ҡыҫҡа метражлы фильмдарҙың композиторы ул.

Илшат Яхин ижади ғаилә башлығы ине, уның  ҡатыны — Башҡорт дәүләт филармонияһының художество етәксеһе, хореограф Сулпан Асҡарова һәм ике балаһы ҡалды.

Илшаттың яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ. Уның йәне йәннәттә булһын!

Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас: