-6 °С
Болотло
«Белорет» йылдам социаль-иҡтисади үҫеш биләмәһендә ҡунаҡхана комплексы төҙөү ҡарала. Был тәҡдим менән «Зеленая долина» компанияһы сығыш яһаған.
— Башҡортостан — тау һәм саңғы спорты базалары үҫешкән төбәк. Базаларҙың береһе Белоретта урынлашҡан. Ҡунаҡхана комплексын төҙөү ҡаланың туристик инфраструктураһын үҫетереүгә булышлыҡ итәсәк. Инвестиция проектының хаҡы — 33 миллион һум, — тип белдерә БР иҡтисади үҫеш министры урынбаҫары Екатерина Кликунова.
Ҡунаҡханала 30 бүлмә буласаҡ. 11 эш урыны булдырыласаҡ. Әлеге ваҡытта «Белорет» йылдам социаль-иҡтисади үҫеш биләмәһенә 9 резидент теркәлгән.