Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
18 Февраль 2022, 12:05

Беҙҙә тиҙҙән юлдарҙа аҡыллы системалар ғына эшләйәсәк

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров интеллектуаль транспорт системалары индереү мәсьәләләре буйынса кәңәшмә уҙғарҙы.

Беҙҙә тиҙҙән юлдарҙа аҡыллы системалар ғына эшләйәсәк
Беҙҙә тиҙҙән юлдарҙа аҡыллы системалар ғына эшләйәсәк

Эш “Хәүефһеҙ сифатлы автомобиль юлдары” милли проекты буйынса алып барыласаҡ.

Республикала интеллектуаль транспорт системалары (ИТС) индереү 2022 – 2024 йылдарға иҫәпләнгән. Был йүнәлешкә 1,1 миллиард һум аҡса бүленәсәк. Шуның 850 миллион һумы – федераль ҡаҙнанан.

ИТС булдырыу проектын ғәмәлгә ашырыуҙы Өфөнән башлаясаҡтар. Шулай уҡ Стәрлетамаҡ агломерацияһында ла булыр, моғайын, был федераль кимәлдә хупланған.

Тәүге этапта светофорҙарҙы яңыртыуға тотонасаҡтар.

Фото: БР Башлығы сайтынан.

Беҙҙә тиҙҙән юлдарҙа аҡыллы системалар ғына эшләйәсәк
Беҙҙә тиҙҙән юлдарҙа аҡыллы системалар ғына эшләйәсәк
Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас: