Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
18 Февраль 2022, 15:03

Башҡортостанда яңы юлы буйы сервисы төҙөлә

130 миллион һумлыҡ объект Иглин районында, М-5 трассаһында урынлашасаҡ.

Башҡортостанда яңы юлы буйы сервисы төҙөлә
Башҡортостанда яңы юлы буйы сервисы төҙөлә

16 февралдә БР Сауҙа һәм хеҙмәттәр министрлығы «АВТОмаркет» компанияһы менән яңы инвестиция проектын тормошҡа ашырыу тураһында килешеүгә ҡул ҡуйған.

– Яңы юл буйы сервисы Иглин районында, «Урал» М-5 трассаһы буйында асыласаҡ. Йәлеп ителәсәк инвестиция күләме – 130 миллион һум. Проект ярҙамында 50 эш урыны булдырыласаҡ, – тип белдерә министрлыҡ етәксеһе Алексей Гусев.

Комплекста еңел һәм йөк машиналарын хеҙмәтләндереү станцияһы буласаҡ, шулай уҡ инвестор кафе асыу мөмкинлеген дә өйрәнә. Объект 2023 йылға асылыр тип көтөлә.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, хаҡы 50 миллион һумдан кәм булмаған юл буйы сервисы объекттары Өҫтөнлөклө инвестиция проекттары исемлегенә индерелә башланы. Был осраҡта инвесторҙар дәүләт ярҙамына дәғүә итә: уларға ер аукционһыҙ бүленәсәк, һалым льготалары, субсидиялар бирелә. Әлеге ваҡытта Сауҙа һәм хеҙмәттәр министрлығы 64 инвесторҙан ғариза ҡабул иткән.

 

Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас: