Бөгөн итальян уйлап табыусыһы Алессандро Вольтаның тыуған көнө (1745 йыл, 18 февраль). Батарейкаға арналған иҫтәлекле дата ла ошоға тура килтерелгән. Сөнки тап әлеге ғалим 1800 йылда уйлап тапҡан “вольт бағанаһы” батарейканың “өлкән туғаны” иҫәпләнә. Ул эҙмә-эҙлекле тоташтырылған баҡыр-цинк гальваник элементтарҙан ғибәрәт булған.
Һуңынан ошоға нигеҙләнгән башҡасараҡ асыштар ҙа донъя буйлап таралған.
Бөгөн батарейкалар, аккумуляторҙар – беҙҙең көнкүрештә ныҡлы урын алған. Сәғәттәр, компьютер “төрткө”ләре, фонарҙар, ноутбуктар, яҡтыртҡыстар һ.б. - батарейканан энергия алған әйберҙәрҙе һанап бөткөһөҙ.
Фото: vk.com