Документта старосталарға киңерәк вәкәләт биреү тураһында әйтелә.
“Был закон проекты республика өсөн мөһим һәм кәрәк. Бөгөн, ғәмәлдәге ҡануниәткә ярашлы, ауыл старостаһы урындағы мәсьәләләрҙе хәл итеүҙә халыҡ менән үҙидара органдары араһында бәйләнеш ойоштороу өсөн тәғәйенләнә. Ә, мәҫәлән, ауылда музей булдырыуға ярҙам итеү, туристик инфраструктураны үҫтереү, инвалидтар ойошмаларына булышлыҡ итеү, шулай уҡ урындағы проблемаларға ҡағылмаған башҡа мөһим мәсьәләләр буйынса эшкә старостаның хоҡуғы юҡ килеп сыға. Ә бит старосталар төрлө акция һәм сара уҙғарғанда, айырыуса төпкөлдә, беҙҙең иң тәүге ярҙамсылар була. Мин “Халыҡ контроле” федераль партия проектының төбәк координаторы һәм “Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте” ойошмаһы рәйесе булараҡ, был турала аныҡ белдерә алам. Старосталар тураһында мәсьәләләрҙе беҙ парламенттың комитеттары ултырыштарында ла ентекле ҡараныҡ. Әлеге закон проекты ауыл старосталары институтын нығытыуға булышлыҡ итәсәк”, - ти Гөлнур Ҡолһарина.
Фото: vk.com