-5 °С
Болотло
Көндөҙ бишенсе егерме минутта Иглин районында "Skoda Karoq" автомобиле тәүҙә ыңғай барған "Renault" йөк машинаһына һуғылған, шунан ҡаршы һыҙатҡа килеп сығып "Iveko" йөк машинаһына бәрелгән. Кроссоверҙың 48 йәшлек водителе дауаханаға оҙатылған.
Тәүлек эсендә 2100-ҙән ашыу юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоу теркәлгән, 27 иҫерек водитель тотолған.
Фото: БР ЮХХДИ.