-12 °С
Болотло
Уның шәхесен һалдат медальоны аша асыҡлай алғандар.
Александр Борисов 1907 йылда Бөрө районының Ежов ауылында тыуған. 1941 йылда һуғышҡа алынған. 1942 йылдың февралендә һалдат хәбәрһеҙ юғала. Туғандары оҙаҡ билдәһеҙлектә йәшәй.
Күптән түгел красноармеецтың туғандары ла табылған. Ағаһының улының Самарала йәшәүе асыҡланған. Ул Александр Борисовты фронтҡа нисек оҙатыуҙарын асыҡ хәтерләй.