Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
17 Февраль 2022, 19:50

Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ...

   Ҡул сәғәтенең   теүәл йөрөүен, ватылмауын теләһәгеҙ , ябай ғына ҡағиҙәләрҙе үтәгеҙ.  

Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ...
Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ...

 

 Механизмына ҡағылышлы ҡағиҙәләр:

– сәғәттәрҙе һыуыҡ урында ҡалдырмағыҙ,

– мунса, сауна кеүек дымлылыҡ юғары булған эҫе урынға сәғәт менән инмәгеҙ,

– юғары электромагнит нурланыш сығанағы булған ерҙә сәғәтегеҙҙе ҡалдырмағыҙ,

– календары булған сәғәттә киске 10-дан төнгө 2-гә тиклемге арауыҡта датаны үҙгәртмәгеҙ. Был ваҡытта календарь механизмы асыла, уны ватып ҡуйыуығыҙ бар.

 Датаны үҙгәртергә теләһәгеҙ, сәғәт уҡтарын циферблаттың түбән өлөшөнә күсерегеҙ.

–  сәғәтте даими эшләтеп ебәрергә онотмағыҙ. Оҙаҡ эшләмәй ятһа, механизмдың майы ҡуйыра, һуңынан ватыла.

– механик сәғәттәрҙе бер  үк ваҡытта бороғоҙ.

– Әүҙем рәүештә спорт менән шөғөлләнһәгеҙ, сәғәттәрҙең спорт моделдәренә өҫтөнлөк бирегеҙ.

 Быялаһы

– быяла сыйыла торған урындарға, мәҫәлән, биҙәүестәр ятҡан урынға сәғәтегеҙҙе һалмағыҙ.

–  сатнаған быяланы ваҡытында алмаштырығыҙ. Күҙгә эленмәҫ ярсыҡтары сәғәттең механизмына зыян килтереүе ихтимал.

 Ҡайышы

 – Тиренән эшләнгән ҡайыш һыуланмаһын, һуңынан туҙып өҙөлөүе лә мөмкин.

– спорт менән шөғөлләнһәгеҙ, тимер йәки керамик  браслетлы, каучук, силикон ҡайышлы сәғәттәр тағығыҙ.

 

Автор:Зөһрә Йәһүҙина
Читайте нас: