Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
17 Февраль 2022, 10:05

Тайыштабанға һунар ҡасан башлана?

Һунарсылар өсөн айыу атыуға рөхсәт ҡағыҙы 25,5 мең һум тора.

21 марттан Башҡортостанда айыуға һунар миҙгеле асыла. Һунарсыларға тайыштабанды атыуға  25,5 мең һумлыҡ  рөхсәт ҡағыҙы алыу өсөн БР Һунарсылар һәм балыҡсылар ассоциацияһына мөрәжәғәт итергә кәрәк. Урман хужаһына 10 июнгә тиклем  Архангел, Асҡын, Баймаҡ, Балаҡатай, Нуриман, Бөрйән, Ғафури, Дыуан, Йылайыр, Ҡариҙел, Салауат, Тәтешле, Учалы, Хәйбулла, Яңауыл райондарында ғына һунар итергә була.

Фото: pronso54.ru

Автор:Зөһрә Йәһүҙина
Читайте нас: