Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
17 Февраль 2022, 15:00

Тәүлек эсендә муттар 17 кешене алдаған

Нефтекама ҡалаһында йәшәгән 31 йәшлек ҡатын аферистар, мутлыҡтар хаҡында яҡшы белгән. Ләкин билдәһеҙ кеше шылтыратып, муттар аҡсағыҙҙы урларға маташа, быға юл ҡуймаҫ өсөн кредит алырға тейешһегеҙ, тип әйткәс, уның күрһәтмәләрен үтәп, 1 миллион 600 мең һум кредит алып, телефонға килгән кодтарҙы әйткән. Ярай ҙа муттар, ниндәйҙер сәбәп арҡаһында, бөтә кредитты үҙҙәренең иҫәбенә күсерә алмаған, 500 мең һумды ғына урларға хәлдәренән килгән. Әммә 500 мең дә ҙур аҡса бит әле ул... Ҡатын муттар менән телефон аша һөйләшкәндә шикләнеп, банкка барып килергә уйлаған да, тик уны бер минутҡа ла ҡармаҡтан ысҡындырмай, тулыһынса арбағандар. Шуға ла ят номерҙан шылтыратһалар - телефонды алмағыҙ!   

Тәүлек эсендә муттар 17 кешене алдаған
Тәүлек эсендә муттар 17 кешене алдаған

Стәрлетамаҡтан 66 йәшлек ир инвестициялар тураһындағы иғланға ҡыҙығып, ялған "брокер"ҙың алдағына ышанып, 1,5 миллион һум аҡсаһын юғалтҡан. Был аҡса кредитҡа алынған булған...

Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас: