Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
17 Февраль 2022, 11:35

Сабыйҙың ғүмере тамуҡҡа әүерелгән

Сөнки әсә кеше икенсе шөғөл менән мауыҡҡан

Сабыйҙың ғүмере тамуҡҡа әүерелгән
Сабыйҙың ғүмере тамуҡҡа әүерелгән

Башҡортостандың Мәләүез районында өләсәһе баланы әсәһенән тартып алған. Урындағы суд мәғлүмәттәре буйынса, ҡатын ҡыҙының бәлиғ булмаған балаһына мөнәсәбәтенә түҙә алмаған.

Әсә кеше спиртлы эсемлектәр менән артыҡ мауыҡҡан, бер ҡайҙа ла эшләмәгән һәм эшкә урынлашырға ла йыйынмаған, шулай уҡ ваҡыты-ваҡыты менән административ хоҡуҡ боҙған. Һөҙөмтәлә судъя өләсәй кеше яғына баҫа һәм ҡатынды әсәлек хоҡуғынан мәхрүм итә.

 Хәҙер бәлиғ булмаған баланы өләсәһе тәрбиәләйәсәк.

 

Фото: Т. Аманов

 

 

 

 

 

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас: