Бөгөн РФ Төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы һәм Дәүләт советының "Төҙөлөш, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ, ҡала мөхите" йүнәлеше буйынса комиссияһы ултырышы үтте. Видеоконференция рәүешендә унда БР Башлығы Радий Хәбиров та ҡатнашты.
Марат Хөснуллин белдереүенсә, былтыр Рәсәйҙә торлаҡ төҙөлөшө буйынса бығаса ил тарихында булмаған күрһәткескә ирешелгән - 92,6 миллион квадрат метр торлаҡ төҙөлгән. 10 миллион кеше, йәғни 4,2 миллион ғаилә торлаҡ шарттарын яҡшыртҡан.
Башҡортостан да рекорд ҡуйған. Беҙҙә былтыр 2,9 миллион кв.м торлаҡ төҙөлгән ("Башҡортостанстат"тың яҡынса һөҙөмтәһе). Унан алдағы ҙур күрһәткес 2016 йылда 2,69 млн кв.м ине.
Беҙ торлаҡ төҙөлөшө буйынса илдә - етенсе, Волга буйы федераль округында икенсе урындабыҙ.
Әйткәндәй, "алданған өлөшсөләр"гә булышлыҡ итеү буйынса ла ҙур эш бара. Былтыр намыҫһыҙ төҙөүселәрҙән зыян күргән 3000 кешенең хоҡуғы тергеҙелгән. 2024 йылда алданыусылар проблемаһы бөтөрөләсәк, тип күҙаллана.
Фото: Т. Аманов.