Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
17 Февраль 2022, 17:17

Үҫмерҙәрҙе һәм студенттарҙы ҡотҡарыусы һөнәренә бушлай уҡытасаҡтар!

14 февралдән 4 мартҡа тиклем Өфөлә «Хәүефһеҙлек мәктәбе – ғүмерҙәрҙе ҡотҡарабыҙ» проектына үҫмерҙәр һәм студенттар һайлап алынасаҡ.

Үҫмерҙәрҙе һәм студенттарҙы ҡотҡарыусы һөнәренә бушлай уҡытасаҡтар!
Үҫмерҙәрҙе һәм студенттарҙы ҡотҡарыусы һөнәренә бушлай уҡытасаҡтар!

14 февралдән 4 мартҡа тиклем Өфөлә «Хәүефһеҙлек мәктәбе – ғүмерҙәрҙе ҡотҡарабыҙ» проектына үҫмерҙәр һәм студенттар һайлап алынасаҡ. Унда 300-гә тиклем кеше ҡабул ителә - 8-11-се класс уҡыусылары, урта һәм юғары уҡыу йорттары студенттары.

Ҡотҡарыусы мәктәбенә яҙылыу өсөн 6 кешенән торған команда төҙөргә һәм ошо һылтанма буйынса ғариза ебәрергә кәрәк: https://docs.google.com/forms/d/e/1FAIpQLSd5LWgqY3EUaEt3E9qxyal-w25sXh0HmQ2KDDD6H36eC3FdCw/viewform .

«Хәүефһеҙлек мәктәбе – ғүмерҙәрҙе ҡотҡарабыҙ» проекты 2022 йылғы тәүге президент гранттары конкурсында 486 мең күләмендә грант еңгән. Проект үҙенә күрә бер тормош хәүефһеҙлеге дәрестәренән ғибәрәт. Мәҫәлән, балалар кешенең йөрәге туҡтағанда, тын юлына әйбер киткәндә, ток һуҡҡанда, аяҡ һынғанда ярҙам күрһәтергә өйрәнә. Клиник үлем, яһалма тын алдырыу кеүек сетерекле һорауҙарға яуап табасаҡ. Мәктәпте Бөтә Рәсәй балалар-үҫмерҙәр йәмәғәт хәрәкәтенең республика бүлексәһе, РФ Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының БР буйынса баш илдаралығы ойоштора. Апрелдең икенсе яртыһында М. Аҡмулла исемендәге БДПУ-ла уҡыусылар һәм студенттар араһында ярыш, май айында фәнни-ғәмәли конференция үтәсәк.

 

 

Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас: