Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
17 Февраль 2022, 20:54

Мәктәптә тараҡанлы төшкө аш

Өфөнөң 69-сы мәктәбендә уҡыусылар һәм ата-әсәләр ашхананы ябыу яҡлы.

Мәктәптә тараҡанлы төшкө аш
Мәктәптә тараҡанлы төшкө аш

Был мәктәптәге ашхананың күптән яманаты сыҡҡан. Ата-әсәләр ризыҡтың электән тейешенсә күләмдә бирелмәүенә, һыуыҡ булыуына зарлана. Хәҙер килеп, ашта тараҡан табылған. 

Хәҙер балалар йылы аштан баш тартҡан, хатта ас килеш уҡырға әҙер улар. Ә ҡайһы бер ата-әсә ашхананы бөтөнләй ябыу яҡлы. 

Баҡтиһәң, быға тиклем дә мәктәптә тараҡандар күренгеләгән булған. Әле белем усағында тикшереү башланған. Ашхананың баш ашнаҡсыһы үҙенең ғәйебен танымаған һәм барыһын да мәктәп етәкселегенә япһара.

 

Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас: