Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
17 Февраль 2022, 15:45

Мәңгелек ут мәңге янһын өсөн...

Рәсәй Президенты Владимир Путин “Газпром”ға барлыҡ “Мәңгелек ут” мемориалын да тәбиғи яғыулыҡ менән бушлай тәьмин итеүҙе ойошторорға ҡушты. Бығаса компания уттарҙы хәрби дан һәм герой-ҡалаларҙа ғына тоҡандырып тора ине.

Мәңгелек ут мәңге янһын өсөн...
Мәңгелек ут мәңге янһын өсөн...

Ил башлығының күрһәтмәһе 1 майға тиклем үтәлергә тейеш. Был эш өсөн РФ Хөкүмәте Премьер-министры Михаил Мишустин менән “Газпром” башлығы Алексей Миллер яуаплы.

Мәңгелек уттарҙың янып тороуын муниципалитеттар хәл итә ине. Ҡайһы берҙә аҡса юҡлыҡҡа йә бурыс ҙурайыуға һылтанып, һүндереп тә ҡуйғылайҙар. Хәтер мемориалдарындағы ут өсөн түләү булмаҫҡа тейешлеге тураһындағы инициатива “Берҙәм Рәсәй” партияһынан сыҡҡан. “Газпром” да бушлай тәьмин итергә әҙер булыуын әллә ҡасан уҡ белдергән икән.

Фото: "Берҙәм Рәсәй" партияһы сайтынан.

Мәңгелек ут мәңге янһын өсөн...
Мәңгелек ут мәңге янһын өсөн...
Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас: