Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
17 Февраль 2022, 21:33

Камила, беҙ һинең менән!

Бөрйән районының Әбделмәмбәт ауылы мәктәбе уҡыусылары флешмоб башлап ебәрҙе.

Камила, беҙ һинең менән!
Камила, беҙ һинең менән!

Әбделмәмбәт мәктәбе уҡыусылары флаг һәм баннер тотоп боҙға сыҡты. Камиланың фотоһы төшөрөлгән плакатта "Еңеүгә ышанабыҙ" тип яҙылған.

Был хаҡта хәбәр иткәйнек, бөгөн ҡыҫҡа программала лидер булған 15 йәшлек Камила Вәлиеваны ирекле программала дүртенсе урынға сығарып миҙалһыҙ ҡалдырҙылар. Камила үҙе лә тулҡынланыуҙан сығышында хаталанды һәм уны күрә алмаған МОК түрәләрен ҡыуандырҙы, тиһәк тә була. Сөнки улар алдан уҡ Вәлиева призерҙар исемлегенә инһә, еңеүселәрҙе тантаналы рәүештә ҡотламаясағын еткергәйне.

Уңыштарың алдалыр әле, Камила! 

 

Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас: