- Томан төшкәндә, ҡар йәки ямғыр яуғанда һәм ҡараңғы мәлдә боҙ аша йөрөмәгеҙ.
- Яҙға табан һыу ятҡылығының яр ситтәре, һыу ағыҙыу торбалары эргәһе, күпер аҫтары айырыуса хәүефле.
- Боҙҙоң бер өлөшөндә күмәк кеше йыйылмағыҙ. Ара өс-дүрт метр булырға тейеш.
Аяҡ аҫтында боҙ уйылып, һыуға төшөп китһәгеҙ киҫкен хәрәкәттәр яһамағыҙ, тигеҙ тын алығыҙ, баш менән суммаҫ өсөн ҡулдарығыҙҙы ян-яҡҡа йәйеп, боҙ ситенә тотонорға тырышығыҙ. Боҙ аҫтына китеү – айырыуса хәүефле, сөнки ағым һеҙҙе мәкенән алыҫ алып китеүе бар.
Боҙҙо ватмаҫҡа тырышып, түшегеҙ менән шыуып менегеҙ.
Боҙ ситенә ярты кәүҙәгеҙ менән ятҡас, тәүҙә бер аяғығыҙҙы, һуңынан икенсеһен ҡалҡытығыҙ.
Әгәр боҙ ватылмаһа, ипләп кенә ярға табан шыуышығыҙ, тороп баҫырға, йүгерергә ярамай.
Үҙегеҙ атлап килгән яҡҡа хәрәкәт итегеҙ, сөнки ул тәңгәлдә боҙҙоң һеҙҙе күтәргәнен беләһегеҙ.
Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.