Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
17 Февраль 2022, 12:10

Өфөлә туғыҙ йәшлек малай үҙенең «бизнесын» ойошторған

Ул әле үк ярайһы ҙур суммала аҡса эшләй башлаған.

Өфөлә туғыҙ йәшлек малай үҙенең «бизнесын» ойошторған
Өфөлә туғыҙ йәшлек малай үҙенең «бизнесын» ойошторған

Өфөлә туғыҙ йәшлек Александр Рудзит үҙенең «эшен» ойошторған. Ул күршеләренә сүп-сар сығарырға һәм кәрәк-яраҡ һатып алырға ярҙам итә. «Эшһеҙ ултырмайым! Сүп-сар сығарыу – 10 һум, һеҙҙең исемлек буйынса магазинға йөрөү – 20–50 һум. Саша, 9 йәш. Намыҫлы һәм тырыш!» – шундай иғлан Менделеев урамындағы йорттарҙың береһенә ҡуйыла.

Сашаның әсәһе  Регина һөйләүенсә, был ысулды малай үҙе уйлап тапҡан. Ә уны «Мани исемле эт» тигән китап илһамландырған. Китап героиняһы Кира өлгөһөнән илһамланып, малай аҡса эшләргә һәм уларҙы йыйырға ҡарар итә. Сашаға  уның яңы эшендә бөтә ғаилә ярҙам итә: олатаһы иғланды сығарған,  ә  Сашаның әсәһе, "саҡырыу" кискеһен килһә, уны оҙатып йөрөй.

Яңыраҡ малай тәҡдим ителгән ярҙам исемлеген киңәйткән: хәҙер ул бәләкәс эттәрҙе тышта йөрөтөү буйынса ла хеҙмәт күрһәтә. Башлыса малайҙың хеҙмәттәре менән балалы ҡатындар һәм өлкән йәштәге күршеләре файҙалана.

«Саша ярайһы ҙур сумма йыйған, был иһә яҡшы велосипед һатып алыуға етә. Хәҙер яңы телефонға йыя», – ти Регина.

 

Фото: Т. Аманов

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас: