Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
17 Февраль 2022, 11:55

Евразия китапханаһы төҙөлә башлаясаҡ ваҡыт билдәле булды

Өфөнөң ҙур юбилейын билдәләүгә әҙерлек буйынса кәңәшмәлә әйтеүҙәренсә, баш ҡалала тиҙҙән мөһим объектҡа нигеҙ һалынасаҡ. Был турала республиканың капиталь төҙөлөш идаралығы етәксеһе Руслан Цагельник белдерҙе.

Евразия китапханаһы төҙөлә башлаясаҡ ваҡыт билдәле булды
Евразия китапханаһы төҙөлә башлаясаҡ ваҡыт билдәле булды

Евразия китапханаһы быйыл августа төҙөлә башлаясаҡ. Башҡорт тирмәһе формаһындағы бина Республика йорто менән хәрби ветерандар госпитале араһында була.

БР Башлығы Радий Хәбиров китапхананың күп функциялы объект буласағын баштан уҡ әйткәйне. Унда республика кимәлендәге саралар ҙа үтәсәк.

Төҙөлөштө ойоштороусы шул тирәләге Зыя Нуриев исемендәге скверҙы ла төҙөкләндерергә тейеш.

Өфөнөң биҙәге буласаҡ бинаны түҙемһеҙләнеп көтәбеҙ.

Фото: vk.com

Евразия китапханаһы төҙөлә башлаясаҡ ваҡыт билдәле булды
Евразия китапханаһы төҙөлә башлаясаҡ ваҡыт билдәле булды
Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас: