Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
17 Февраль 2022, 10:05

Башҡортостандың герой-үҫмерҙәре хәҙерге балаларҙың ҡаһарманлығы тураһындағы китапҡа индерелде

Уларҙың береһе оло йәштәге ҡатынды, ә икенсеһе атаһын ҡотҡарған.

Башҡортостандың герой-үҫмерҙәре хәҙерге балаларҙың ҡаһарманлығы тураһындағы китапҡа индерелде
Башҡортостандың герой-үҫмерҙәре хәҙерге балаларҙың ҡаһарманлығы тураһындағы китапҡа индерелде

Башҡортостандан ике үҫмер хаҡында хәҙерге балаларҙың ҡаһарманлығы тураһындағы китапта яҙҙылар. Был хаҡта РФ Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығынан хәбәр иттеләр.

Һүҙ Нефтекаманан Искәндәр Зөфәров һәм Өфөнән Валерий Алеев хаҡында бара. Искәндәр ҡышҡы урманда күнекмә үткәргән ваҡытында аңын юғалтҡан оло йәштәге ҡатынды тапҡан. Уны урмандан алып сыҡҡан һәм бер ыңғай “Ашығыс ярҙам” саҡырған.

Валера иһә атаһын ҡотҡарған. Ир кешене урманда йөрөгәндә тыраж саҡҡандан һуң аллергия башлана. Малай атаһына машинаға ултырырға ярҙам итә һәм үҙе уны урмандан элемтә тотҡан һәм “Ашығыс ярҙам” саҡыртырға мөмкин булған урынға алып сыға.

 Хәҙер малайҙарҙың тарихы «Герой балалар тураһында тылсымлы әкиәттәр» китабында баҫылған. Ул 30 әкиәт йыйынтығы. Әммә бөтә илдән йыйылған балаларҙың изге ҡылыҡтары тарихына нигеҙләнгән. Китапты «Батырлыҡтар» командаһы туғыҙ ай буйына әҙерләгән.

 

Фото: Т. Аманов

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас: