Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
17 Февраль 2022, 12:43

Башҡортостандың экспортҡа ярҙам итеү үҙәге ил рейтингында икенсе урын яуланы

Беренсе урында Мәскәү, өсөнсөлә Омск өлкәһе.

Башҡортостандың экспортҡа ярҙам итеү үҙәге ил рейтингында икенсе урын яуланы
Башҡортостандың экспортҡа ярҙам итеү үҙәге ил рейтингында икенсе урын яуланы

– Рәсәй экспорт үҙәге үҙенең филиалдарына бер туҡтауһыҙ ярҙам күрһәтә. Бизнесты үҫетереү өсөн төрлө алымдар тәҡдим ителә, тауар ассортименты яңыртыла. Төбәк башлыҡтарының бурысы – ошо мөмкинлектәрҙе һәм башҡа төбәктәрҙең тәжрибәһен файҙаланып, экспортҡа булышлыҡ итеү, – тип белдерә Рәсәй экспорт үҙәгенең директоры Вероника Никишина.

2021 йылдың ғинуар-октябрь айҙарында республикала сеймал булмаған энергетиканы экспортлау күләме 68 процентҡа ҡәҙәр артҡан (1,9 миллиард доллар). Йәғни пандемияға ҡарамаҫтан, беҙҙең экспортерҙар яҡшы һөҙөмтә күрһәтә һәм донъя баҙарына сыға. Башҡортостан «Экспорт форсажы», «Ашығыс экспорт ярҙамы» проекттарында ла әүҙем ҡатнаша. 

– Экспортҡа ярҙам итеү үҙәге эшҡыуарҙар менән тығыҙ бәйләнештә эшләй, уларға халыҡ-ара баҙарға сығырға ярҙам итә. Рәсәй рейтингында икенсе урынға күтәрелеү – бик яҡшы күрһәткес. Тимәк, беҙ булдырған хеҙмәттәр һәм ярҙам саралары яҡшы һөҙөмтә биргән, – ти тышҡы иҡтисади бәйләнештәр министры Маргарита Болычева.

Былтыр БР Экспортҡа ярҙам итеү үҙәге 674 бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субьектына ярҙам күрһәткән. Йүнселдәр йөк ташыуҙа, сит ил баҙарын һайлауҙа, сертификация, таможня, һалым ҡағыҙҙарын әҙерләүҙә ярҙам ала. 95 ойошма халыҡ-ара сарала ҡатнашҡан (14 күргәҙмә, 7 бизнес-миссия). 

Һөҙөмтәләргә килгәндә, «Подшипникмаш» ойошмаһы Ҡаҙағстандағы контрагент менән иген йыйыу комбайндары ҡайтарыуға килешеү төҙөгән. "Чишминское" компанияһы Төркиәгә көнбағыш майы оҙатасаҡ, 5 һәм 7 миллион доллар күләмендәге килешеүҙәргә ҡул ҡуйылған. «Востокнефтегаз» предприятиеһы Ҡаҙағстанға газ торбаларын таҙартыу ҡорамалын оҙатыу буйынса килешеүгә ҡул ҡуйған. Дөйөм алғанда, үҙәк ярҙамында 136 ойошма 103,5 миллион долларға 350 экспорт килешеүе төҙөгән.

Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас: