Исемлектә 49 төбәк һәм ул да өс өлөшкә бүленгән: лидерҙар, уртаса төркөм һәм артта ҡалған субъекттар.
Республика етәкселеге хеҙмәт етештереүсәнлеген күтәреүҙе һәр саҡ өҫтөнлөклө бурыстар иҫәбенә индерә. Әйткәндәй, әлеге рейтинг буйынса лидер-төбәктәр "Етештереүсәнлек 360" федераль форумын үҙҙәрендә үткәреү хоҡуғын ала.
"Хеҙмәт етештереүсәнлеге" милли проектын ғәмәлгә ашырыу һөҙөмтәһендә 2024 йылға етештереүсәнлек йыл һайын биш процентҡа үҫеш күрһәтергә тейеш.
Фото: БР Иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министрлығынан.