Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
17 Февраль 2022, 14:30

Бөгөн ЦУР-ҙа пассажир транспорты тураһында һөйләнеләр

Пассажирҙар өсөн иң ауыры - туҡталышта оҙаҡ ваҡыт көтөп тә кәрәкле автобустың булмауы. Һөҙөмтәлә кешеләр эшкә, поликлиникаға, балалар баҡсаһына һәм мәктәпкә һуңлай. Был хәлде юҡҡа сығарыу маҡсаты менән, бынан өс йыл элек БР Башлығы Радий Хәбиров "Һеҙгә бында Техас түгел" һүҙҙәре менән транспорт реформаһын башланы. Был үтә ҡатмарлы, тиҙ булмаған, әммә барыбыҙ өсөн дә мөһим процесс булды. #ЦУРБашкортостан

Бөгөн ЦУР-ҙа пассажир транспорты тураһында һөйләнеләр
Бөгөн ЦУР-ҙа пассажир транспорты тураһында һөйләнеләр


Хәҙер, өс йылдан һуң, Өфө урамдарында газ баллондары менән йөрөгән “ҡолаҡлы” пазиктар юҡ. "Башавтотранс" дәүләт унитар предприятиеһының автобустары - ҡәҙимге күренеш. Уларға "Башҡортостан транспорты" яҙыуы менән йөрөгән автобустар өҫтәлде - был шәхси пассажир йөрөтөүселәр автобустар һатып ала. Улар реформаға “әҙерләнде”: кемдер тиҙ биреште, ә эштә ҡалған һәм ниндәй йүнәлештә хәрәкәт итергә аңлағандар эш принцибын үҙгәртә һәм автобустарҙы ла һатып ала. Бынһыҙ бер ниндәй уңышҡа өлгәшеп булмай.

Күләмдән сифатҡа. Радий Хәбиров аныҡ белдерҙе - автобустар һатып алабыҙ, пассажирҙар ташыу сифаты өҫтөндә эшләйбеҙ, маршрут хәрәкәте араһын кәметәбеҙ, туҡталыштарҙы тәртипкә килтерәбеҙ, иртә һәм кистәрен теләгән йүнәлештә китеү мөмкинлеген булдырабыҙ. Был йүнәлештәге эш беҙ теләгәнсә камил тип атап булмай, әммә алынған вектор шул.

Миҫалдарҙың береһе - шәхси йөрөтөүсенең Өфө АЭК - "Пушкин" сауҙа-сервис комплексы " 207-се маршруты. Автобустарҙы оҙаҡ көтөргә кәрәклеге тураһында Республика менән идара итеү үҙәгенең системаһы тотороҡло теркәп килде. Өфө хакимиәтенән пассажир ташыусы 2022 йылдың 1 февраленән автобустар һанын 30-ға тиклем арттырҙы, тип яуапланылар. Хәрәкәттең уртаса интервалы - 9 минут, автобустың халыҡ менән тулыуы- 5 баллы шкала буйынса 2 балл. Ә форс-мажор сәбәптәрен бер кем дә ғәмәлдән сығармаған, автобустар емерелә йә иһә тығынға әләкһә, был осраҡтарҙа ташыусы тиҙ арала мәсьәләне хәл итергә тырыша.

Әйткәндәй, Өфө ҡалаһы буйлап автобустар хәрәкәтен реаль ваҡыт режимында "Аҡыллы транспорт" мобиль ҡушымтаһы аша күҙәтергә мөмкин.

Статистика тураһында. Һуңғы айҙа тәүге өс урынды биләгән проблемалар темаһы үҙгәрмәй. Башҡортостан халҡын юлдар темаһы борсой (169) - ул беренсе урында. Икенсе урында - торлаҡ-коммуналь хужалығы һорауҙары (159). Өсөнсөлә - төҙөкләндереү темаһы (126). Барлыҡ мөрәжәғәттәр контролдә.

Автор:Айбулат Ишназаров
Читайте нас: