Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
17 Февраль 2022, 11:27

Бөгөн – Рәсәй студент отрядтары көнө

Кем студент булды һәм студотрядта эшләне? Кейемдәрегеҙҙе һаман һаҡлайһығыҙмы?

Бөгөн – Рәсәй студент отрядтары көнө
Бөгөн – Рәсәй студент отрядтары көнө

РФ Президенты Владимир Путиндың указы менән беҙҙә студент отрядтары көнө 2016 йылдан алып 17 февралдә билдәләнә. Ә студотрядтар тарихы 1959 йылға барып тоташа. Ул йылда Мәскәү дәүләт университетының тәүге студент отрядтары, бер 300-ләп кеше, буғай, Ҡаҙағстанға сиҙәм күтәрешергә барған.

Студенттар хәрәкәте Советтар Союзының визит карточкаһына әүерелгән тиергә лә була. Студотрядтар ниндәй генә ҙур төҙөлөштә ҡатнашманы икән?! Һәм, әлбиттә, улар ил иҡтисады үҫешенә ҙур өлөш индергән. Хатта ВЛКСМ-да Студент отрядтарының Үҙәк штабы ла эшләгән.

Тик СССР емерелеүгә был хәрәкәт тә бер аҙға тынып ҡалған. 2000 йылдарҙа ҡабаттан йәнләнә төшкән. Бөгөн дә студотрядтар бар. Улар Сочиҙағы Олимпиада объекттарын төҙөүҙә ҡатнашҡан, “Восточный” космодромы, ”Росатом” компанияһы төҙөлөштәрендә әле лә эшләй.

Фото: Т. Аманов.

Бөгөн – Рәсәй студент отрядтары көнө
Бөгөн – Рәсәй студент отрядтары көнө
Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас: