Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
17 Февраль 2022, 22:30

Акцияларға ҡыҙыҡмағыҙ!

Кибеттәрҙәге акцияларға ҡыҙыҡмағыҙ. Хужалар хаҡты арттырып ҡуйып күрһәтеп, тауарҙың үҙ хаҡын акция хаҡы тип күрһәтә. Ғәҙәттә, сифаты булмаған тауарҙарға ла ташламалар яһала.

Акцияларға ҡыҙыҡмағыҙ!
Акцияларға ҡыҙыҡмағыҙ!

 

 "Бер аҙна буйы беҙҙең кибеттә 12 акцияһы бара. Унда биҙәнеү әйбере алһаң, хаҡы арзаныраҡ булған икенсе әйбер бушҡа бирелә. Тауарҙар һаны сикләнгән – үҙегеҙҙең бижутерия әйберҙәре һанын арттырығыҙ" тигән иғландарҙы күргәнегеҙ барҙыр, моғайын. Әлбиттә, был һәр кемде ҡыҙыҡһындырырлыҡ тәҡдим. Шулай ҙа әлеге  магазиндағы әйберҙәрҙең хаҡын ҡараһағыҙ, улар башҡа магазиндарҙағы кеүек. Шундай уҡ әйберҙәрҙең хаҡынан кәм тигәндә 50  процентҡа ҡиммәтерәк булыуы асыҡлана. Тимәк, бушҡа бирелә торған икенсе тауарҙың хаҡы һеҙ һатып аласаҡ  әйберҙең хаҡына индерелгән. Шуға ла әйбер һайлағанда башҡа кибеттәге әйберҙәрҙең хаҡтарын сағыштырып ҡарағыҙ.

 

Фото:life.ru

Автор:Зөһрә Йәһүҙина
Читайте нас: