-10 °С
Болотло
Тажикстандан һәм Үзбәкстандан килгән 13 пассажирҙың багажынан үткәреү пунктында 19 килограмм ауырлығындағы ит, һөт һәм бал тартып алынған.
- Килтерелгән продукцияһының ветеринар тикшереү документтары булманы. Башҡортостан Республикаһы биләмәһенә кеше һәм хайуандар өсөн дөйөм йоғошло ауырыуҙар инеүен һәм уларҙың таралыуын иҫкәртеү маҡсатында тартып алынған продукция юҡ ителәсәк, - тип хәбәр иттеләр Ветеринария һәм фитосанитария күҙәтеүе буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан буйынса идаралығының матбуғат хеҙмәтенән.
Фото: Т. Аманов