2022 йылда Берҙәм дәүләт имтихандарын 17 545 кеше тапшырасаҡ. Уларҙың 16 357-һе - быйыл мәктәпте тамамлаусылар, 1033-ө - уҙған йылдарҙа тамамлағандар, 147-һе - колледж студенттары , өсәүһе – былтыр БДИ тапшыра алмаусы, 1- һе - сит ил дәүләт гражданы.
– Башҡортостан Республикаһында БДИ формаһында үткәрелгән дәүләт йомғаҡлау аттестацияһына әҙерлек һәм уны үткәреүҙең һөҙөмтәле системаһы яйға һалынған. Имтихан һөҙөмтәләре БДИ-ның асыҡлығын һәм объективлығын раҫлай, - тип билдәләй БР мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин.
Урта дөйөм белем тураһында аттестат алыу өсөн 11-се кластар әүәлгесә рус теленән һәм математиканан имтихан тапшырырға тейеш. Уҡыусылар математиканы база йәки профилле кимәлдә һайлай ала.
Быйыл теләк буйынса һайлаған имтихандарҙан йәмғиәтте өйрәнеү фәне иң популяр фән булған - 37,3 процент. Информатика һәм мәғлүмәт-коммуникация технологиялары – 23 процент, биология – 20,3 процент, физика - 19,7 процент, химия - 17,9 процент һәм тарих - 12,3 процент уҡыусы һайлаған.