Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
16 Февраль 2022, 21:25

Янғында кеше һәләк булған

Бөгөн төштән һуң РФ Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығына Стәрлетамаҡ районының Ҡырмыҫҡалы ауылында янғын сығыуы тураһында хәбәр килә. Ауылдың 1 Май урамында урынлашҡан ағас йорттоң яныуы асыҡлана. Урынға шунда уҡ янғын һүндереүселәр һәм ҡотҡарыусылар юллана. Янғын тиҙ арала һүндерелгән.

Янғында кеше һәләк булған
Янғында кеше һәләк булған

Утты һүндергәндә 1962 йылғы ирҙең янған кәүҙәһе табыла. 

Янғындың сәбәптәре асыҡлана. Урында тәүтикшереүсе эшләй.

Фото: Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығы. 

 

Янғында кеше һәләк булған
Янғында кеше һәләк булған
Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас: