-5 °С
Болотло
Бөгөн көндөҙгө сәғәт 11-ҙә баш ҡаланың Степан Кувыкин урамындағы 7-се йорт ҡаршыһында 48 йәшлек өфөлө 8 йәшлек баланы тапатҡан.
Авария һөҙөмтәһендә имгәнгән беренсе класс уҡыусыһы дауаханаға оҙатылған. Медицина ярҙамы күрһәтелгәндән һуң, ул өйөнә ҡайтарылған.
Водитель һүҙҙәренсә, бала рөхсәт ителмәгән ҡапыл юлға урында килеп сыға. Был факт буйынса тикшереү башланған. Хөрмәтле ата-әсәләр, балаларығыҙҙы ҡарауһыҙ ҡалдырмағыҙ. Юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен иҫтәренә төшөрөгөҙ!
Фото: Т. Аманов