Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
16 Февраль 2022, 17:51

Соданы нисек ҡулланырға мөмкин?

Белгестәр ябай аш содаһының ниндәй мөғжизәгә эйә булыуын һөйләне. Улар уны ҡулланыуҙың бер нисә ысулын атаны. Бындай лайфхактар күп баҡсасыларҙы хайран ҡалдырасаҡ.  

Соданы нисек ҡулланырға мөмкин?
Соданы нисек ҡулланырға мөмкин?

Белгестәр һүҙҙәренсә, сода ярҙамында ҡый үләндәрен юҡ итергә, тупраҡты әсетергә, шулай уҡ ҡоротҡостарҙан ҡотолорға һәм үҫемлектәрҙең ауырыуҙарын булдырмаҫҡа мөмкин икән.

Сода бөжәктәргә (ҡырмыҫҡалар, ҡарышлауыҡтар, оҙонморондар, лайлалы ҡусҡарҙар һәм кебләләр) ҡаршы көрәшеү өсөн бик һөҙөмтәле. Участкала, мәҫәлән, иретмә менән дә, шулай уҡ ябай ҡоро сода менән дә ҡырмыҫҡаларҙан ҡотолорға мөмкин. Уның менән ҡоротҡостарҙың яратҡан урынын эшкәртәләр.

Үҫемлектәрҙе эшкәртеү өсөн бер биҙрә һыуға 4-5 ҡалаҡ соданан торған иретмә кәрәк. Ул ҡый үләндәре менән көрәшергә ярҙам итә, ти белгестәр. Фитофторҙан ҡотолоу ауырыраҡ, шуға күрә иретмә көслөрәк булһын өсөн  бер биҙрә һыуға бер стакан сода  һалыр кәрәк. Ә тупраҡты әсетеү өсөн үҫемлектәрҙе ултыртҡанда һәр соҡорона семтем генә сода һибәләр.

 

 

Фото: Т. АМАНОВ.

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас: