Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
16 Февраль 2022, 10:17

«Шәп гәзиттең бүләктәре лә шәп!»

Иң ҙур бүләгебеҙ — бензобысҡы Хәйбулла районының Мәмбәт ауылынан Сәлимә Ҡарабаеваға тапшырылды.

«Шәп гәзиттең бүләктәре лә шәп!»
«Шәп гәзиттең бүләктәре лә шәп!»

Республикабыҙҙың иң көньяҡ районына барып етеп, иң ҙур бүләкте тапшырҙыҡ. Мәмбәттәр өсөн Сәлимә Ҡарабаеваның «Йәшлек» гәзитенең призына лайыҡ булыуы оло ҡыуаныс булған. Социаль селтәрҙәге бихисап яҙма, ҡотлауҙар ошо хаҡта һөйләй. 

— Шәп гәзиттең бүләктәре лә шәп. Беҙҙең ауылда «Йәшлек»те алдырыусылар күп. Барыһы ла беҙҙең өсөн ҡыуана. Беҙ гәзиткә күптән яҙылабыҙ. Иң тәүҙә кроссворд-сканвордты сисәбеҙ, шунан хикәйәләрҙе, ғибрәттәрҙе уҡыйбыҙ. Шулай уҡ баҡса, аш-һыу темаһына бәйле мәҡәләләр оҡшай. 

Сәлимә апайҙың улы Илшат та бүләккә ҡыуанып бөтә алмай. «Ауылыбыҙға газды күптән үткәрҙеләр, әммә мунсаға утын әҙерләргә кәрәк. Был бүләкте иртәгәнән үк эшкә егәбеҙ», - ти ул.

Әйткәндәй, Сәлимә апай «Атайсал» гәзитенә лә яҙылып бүләк отҡан. Үәт, исмаһам, даланлы ғаилә! Ҡыуанып файҙаланырға яҙһын!

 

Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас: