БР Башлығы Радий Хәбиров Умарпаша Ханалиевты - Республиканың инвестиция эшмәкәрлеге буйынса махсус вәкиле, ә Сергей Грековты Башҡортостандың тулы хоҡуҡлы вәкиле итеп тәғәйенләне.
Андрей Назаров Ханалиев тураһында һөйләгәндә, уның тулы хоҡуҡлы вәкил булып эшләгән осорҙағы һөҙөмтәле эшмәкәрлеген телгә алды. Инвестиция йәлеп итеү өлкәһендә 2021 йылдың туғыҙ айы йомғаҡтары буйынса беҙҙең республика Волга буйы федераль округында - икенсе, Рәсәйҙә 12-се урында килә.
Өфөнөң элекке хакимиәт башлығы Сергей Грековтың хәҙерге тулы вазифаһы - Башҡортостандың РФ Президенты янында тулы хоҡуҡлы вәкиле - БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары.
Ике яңы вазифалы шәхескә ҙур өмөттәр бағлана.
Фото: БР Хөкүмәте сайтынан.