+11 °С
Болотло
Мармелад өсөн 1 ҡап (90 гр) йәшелсә-емеш желеһы, 4 балғалаҡ желатин, 3 балғалаҡ шәкәр, ярты балғалаҡ лимон кислотаһы, 200 мл ҡайнар һыу кәрәк.
Барлыҡ ҡоро ингредиенттарҙы табаҡҡа һалып, ҡайнар һыу менән болғатырға. Һүрән утҡа ҡуйып, болғай-болғай бешерергә.
Килеп сыҡҡан массаны силикон формаға ҡалаҡлап һалырға. Һыуынғас, һыуытҡысҡа ярты сәғәткә ҡуйырға. Мармелад ҡатҡас, форманан алырға.
Балаларығыҙға был тәмлекәс бик оҡшар.
Фото: halva-market.ru