Бер көндө ир һөйгәне менән осрашыр өсөн Рәсәйгә килергә йыйыныуын әйткән. Әммә уға "кәртәләр" ҡамасаулаған: беренсенән, ул Данияла карапта булған, ә ярға сығыр өсөн хаҡты ул үҙ кеҫәһенән түләргә тейеш икән. Икенсенән, йәнәһе лә, уның бөтә банк иҫәптәре бикләнгән, шуға ла ярға сығыу өсөн хаҡты түләй алмаған. Өсөнсөнән, юл сығымдарын да ул бер нисек тә ҡаплай алмаған.
Ирҙе тыны менән һурып алырҙай көткән ҡатын уға финанс ярҙамы күрһәтергә ашыҡҡан. Ул ир күрһәткән иҫәптәргә аҡса күсергән - тәүҙә 100 мең, шунан 150 мең, аҙаҡ 200 мең һәм башҡа суммаларҙы. Байтаҡ ҡына аҡса күсергәс, ир, мине караптан ебәрмәйҙәр, тип хәбәр итеп, үҙе хеҙмәт иткән компанияның электрон почтаһын да күрһәткән. Ҡатын шул компанияға хат яҙып, ирҙе ялға ебәреүҙәрен үтенгән. Уға килгән яуап хатында, моряк быны үҙ иҫәбенә эшләргә тейеш, тип яҙылғас, ҡатын ошо ойошманың иҫәбенә тағы аҡса күсергән.
Был "операция"нан һуң Остин Марк, банк иҫәптәре асылды, аэропортҡа китеп барам, тиҙҙән һинең менән күрешеп, аҡсаңды кире ҡайтарам, тип һөйөнсө һораған.
Ғашиҡ ҡатын оло түҙемһеҙлек менән ирҙе көткән. Әммә бер-ике көндән уға үҙҙәрен полиция хеҙмәткәрҙәре тип танытҡан билдәһеҙ кешеләр шылтыратып, ҡайғыға һалған: уларҙың әйтеүенсә, аэропортта уның «Остин Марк»ы ҙур сумма аҡса менән тотолған һәм уны сығарыр өсөн адвокат ялларға аҡса талап ителгән. Тик ҡатындың адвокатҡа аҡсаһы булмаған. Ул былай ҙа морякка ярҙам итер өсөн үҙенең һәм әсәһенең бөтә булған аҡсаһын билдәһеҙ иҫәптәргә күсереп ебәреп бөткән. Ошо турала әйткәс, "Остин Марк" та, "полиция хеҙмәткәрҙәре" лә ҡапыл ғына офоҡтан юғалған. Хыялдары селпәрәмә килгән ҡатын муттарҙан алданғанын аңлап, полицияға ғариза яҙырға килгән.
Фото: БР буйынса ЭЭМ матбуғат хеҙмәте.