Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
16 Февраль 2022, 18:58

«Изгелек даирәһе» 42 баланың ғүмерен ҡотҡарған!

Башҡортостанда ҡырҡ ике сабыйға арҡа мейеһенең атрофияһы диагнозы ҡуйылған.

«Изгелек даирәһе» 42 баланың ғүмерен ҡотҡарған!
«Изгелек даирәһе» 42 баланың ғүмерен ҡотҡарған!

Улар былтырғы йылдан «Изгелек даирәһе» фонды ярҙамы менән «Спинраза» һәм «Рисдиплам» препараттарын ала башлаған. Фонд ошо рәүешле үлемесле диагноз ҡуйылған сабыйҙарға ғүмер бүләк иткән. БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, был укол-дарыуҙарҙың хаҡы миллиондарса һумға барып баҫа.

«Әлеге ваҡытта препараттарҙы даими алабыҙ. Пациенттар ғариза буйынса мөрәжәғәт итһә, уларға сираттан тыш биреү мөмкинлеге лә бар. «Изгелек даирәһе» нән алынған препараттар запасы 2022 йылға етергә тейеш», — тип белдерәләр БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәтендә.

Һау-сәләмәт булһын, сабыйҙар!

 

Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас: