– Нисек инде, мин дә һеҙҙең артығыҙҙан ҡабатланым. Намаҙ ваҡытында имамға ҡарағайным, уның арҡаһында һыйыр бәйләнгән ине. Мөәзиндекендә – һарыҡ. Башҡаларҙың арҡаһында ла нимәлер күрҙем. Шуға мин дә арҡаға әйбер бәйләп уҡырға кәрәк, тип уйланым, – тип яуаплаған.
Был һүҙҙәрҙән имам һәм намаҙға килгән кешеләр ғәмәлдәре һәм уйҙары хаҡында уйлап, тынып ҡалған. Унан:
– Эйе, ысынлап та, намаҙ ваҡытында һыйырҙы ҡасан һәм ҡайһы ваҡытта ҡорбанға килтерергә, тип уйлағайным. Был мине бик борсой ине. Күрәһең, һәр беребеҙ ғибәҙәт ҡылғанда шулай нимәлер уйлаған. Ә һиңә Аллаһы Тәғәлә күҙеңде асып, собханналлах, быны күрә алыу көсө биргән, – тип , һығымта яһап ҡуйған имам.
Намаҙ,башҡа ғибәҙәт ваҡытында Аллаһы Тәғәләнең рәхимлегенә һәм ярлыҡауына ғына иғтибарығыҙҙы йүнәлтегеҙ, донъяуи уйҙарҙы ситкә ҡалдырып тороғоҙ.
Фото: Т. АМАНОВ.