Өфөлә йәшәгән ҡатынға "полиция хеҙмәткәре" шылтыратып, муттар аҡсағыҙҙы урларға маташа, шуға ла аҡсаларҙы тиҙерәк икенсе иҫәпкә күсерергә кәрәк, тип әйткәс, ҡатын ныҡ ҡурҡҡан. Артабан ҡатынға "банк хеҙмәткәре" шылтыратып, "полиция хеҙмәткәре"нең һүҙҙәрен раҫлаған һәм банкка барып, аҡсаны ул әйткән иҫәпкә күсерергә ҡушҡан. Ҡатын ирҙең күрһәтмәләрен үтәргә ашыҡҡан - 580 мең һумдан ашыуыраҡ аҡсаһын билдәһеҙ иҫәпкә күсергән.
Икенсе көндө "банк хеҙмәткәре" тағы ла шылтыратып, һаҡлыҡ кенәгәләрендәге, башҡа банк иҫәптәрендәге аҡсаларҙы ла күсерергә ҡушҡас, ҡатын һис бер һүҙһеҙ 300 мең һум аҡсаһын күсергән.
Муттар был ҡатынды тыныслыҡта ҡалдырмай, ҙур суммаларға кредиттар ҙа алдырған. Тулыһынса уны һығып бөтөп ҡаҡшатҡас ҡына, беҙ һине алданыҡ, тип смс-хәбәр ебәргәндәр.
Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.