Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
16 Февраль 2022, 09:57

Беҙ дөрөҫ юлдан барабыҙ

Һуңғы йылдарҙың ҡатмарлы булыуына ҡарамаҫтан, Башҡортостан иҡтисады тергеҙелә һәм үҫә. 2020 – 2021 йылдарҙа яңы коронавирус пандемияһының донъя иҡтисадына ниндәй йоғонто яһағанын иҫәпкә алғанда, беҙ был ауыр осорҙо лайыҡлы үтеп киләбеҙ, тип һығымта яһарға мөмкин. Ғорурланырлыҡ һәм артабан да ең һыҙғанып эшләрлек сәбәптәр бар. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров белдереүенсә, былтыр республикала сәнәғәт етештереүе индексы 107,5 процент тәшкил иткән. Был – һуңғы ун йылдағы иң юғары һәм Рәсәйҙәге былтырғы уртаса күрһәткестән (105,3 процент) 2,2 процентҡа күберәк. Сәнәғәт күрһәткестәре яҡшырыуы нимәгә бәйле? Түбәндә ошо һорауға яуап менән һандар һәм факттар.

Беҙ дөрөҫ юлдан барабыҙ
Беҙ дөрөҫ юлдан барабыҙ

Радий Хәбиров иң тәүҙә шуны белдерҙе: “Юғары күрһәткес – беҙ  сәнәғәткә ярҙам йөҙөнән ғәмәлгә ашырған саралар һөҙөмтәһе”. Үҫеште тәьмин итеү маҡсатынан ойошторолған саралар иҫәбендә “Инвестиция сәғәте”, ”Сәнәғәт сәғәте” үткәреү, ҙур предприятиелар менән даими эшләү, сәнәғәткә дәүләт ярҙамы программаларын ғәмәлгә ашырыу, Республика сәнәғәт үҫеше фонды эшмәкәрлеге.

Мәҫәлән, республикала ағас эшкәртеү предприятиеларын үҫтереү, еңел сәнәғәткә булышлыҡ итеү программалары уңышлы эшләй. Тәүге төркөмгә ҡараған предприятиеларға – 49, икенсеһенә 145 миллион һум субсидия бүленгән.

Башҡортостандың сәнәғәт һәм инновациялар министры Александр Шельдяев республика Хөкүмәтендәге оператив кәңәшмәләрҙең береһендә билдәләүенсә, ҙур инвестиция проекттары араһында “ОДК-УМПО” йәмғиәтенең етештереүҙе комплекслы яңыртыуға йүнәлтелгән 44,6 миллиард һумлыҡ инвестиция проектын атап үтергә була.  Шулай уҡ ”Газпром нефтехим Салауат” (дөйөм 21 миллиард һум),  ”Башнефть” (филиалдарының береһендә ғәмәлгә ашырған ете миллиард һумлыҡ проект) йәмғиәттәре лә үҫешкә һәм яңырыуға ынтылыштарын әүҙем күрһәтә. “Башҡорт баҡыры” предприятиеһы иһә ”Юбилей” һәм ”Подольское” ятҡылыҡтарына бөтәһе 107,6 миллиард һум инвестиция һалырға ниәтләгән.

Шуны әйтергә кәрәк: предприятиелар инвестиция һала икән, тимәк, бында үҫеш тә бар, етештереү темпы ла йылдамлана, яңы эш урындары ла булдырыла. Етештереүҙе яңыртыу – тимәк, яңы технологиялар, инновациялар, ҡорамалдар ҡулланыу. Был йәһәттән юғары квалификациялы эшселәр ҙә талап ителә. Һәм эшкә алына ла. Улар араһында үҙебеҙҙең юғары уҡыу йорттарын тамамлаған йәш белгестәр ҙә барҙыр, тигән ышаныстабыҙ. Өҫтәүенә, һуңғы осорҙа һөнәри уҡыу йорттары менән предприятиеларҙың үҙ-ара бәйләнешенә һәм хеҙмәттәшлегенә ҙур иғтибар бирелә башланы. Һәр хәлдә, республика етәкселеге тарафынан шундай бурыс ҡуйыла.

Сәнәғәт тармағы үҫешенә индустриаль һәм технологик парктар ҙа булышлыҡ итә. Әле беҙҙә уларҙы булдырыу буйынса эш әүҙемләшә. Министр Александр Шельдяев әйтеүенсә, Республиканың үҫеш корпорацияһы яңы алты майҙансыҡҡа анализ яһаған. Улар Бөрө, Бәләбәй, Кушнаренко, Салауат, Учалы райондарын да һәм Күмертау ҡалаһында урынлашҡан. Яңы технопарктарға, әлбиттә, яңы кадрҙар ҙа кәрәк. Был йәһәттән етәкслелек Евразия ғилми-мәғариф үҙәгенә ҙур өмөттәр бағлай. Белеһәгеҙ, донъя кимәлендәге был үҙәк (НОЦ) составына республиканың билдәле юғары уҡыу йорттары ла инде.

Йәнә шуныһы: Радий Хәбиров Башҡортостан Хөкүмәтенә сәнәғәткә булышлыҡ итеү программаларын финаслау күләмен арттырыу мәсьәләһен ҡарарға ҡушты. Тимәк, был йөкләмә үтәлһә, сәнәғәт үҫеше тағы ла алға барасаҡ.

Әйткәндәй, беҙҙең республика “Хеҙмәт етештереүсәнлеге” милли проектын ғәмәлгә ашырыу буйынса илдә өсөнсө урында килә. Былтыр проектта 90 предприятие урынына 127 ҡатнашыусы иҫәпләнгән. Быйылға бурыс – күрһәткесте 150-гә еткереү. Һаҡсыл етештереү принциптары иҫәбенә экономия ла яһала, ә янда ҡалған аҡсаны предприятиелар үҫешкә тотона. Шул уҡ ваҡытта республика ҡаҙнаһынан етештереүҙе яңыртыуға йүнәлтелгән аҡса иҫәбенән субсидия ла бирелә. 2021 йылда шундай ярҙамды 12 предприятие алған. Һандар теле менән әйткәндә, 20 миллион һумлыҡ дәүләт ярҙамы күрһәтелгән һәм 73 миллион һумға яңы ҡорамалдар алынған. Яңы ҡорамал – яңыса эшләү, яңыса, тимәк, заманса эшләү – яҡшы һөҙөмтә күрһәтеү ул.

Хеҙмәт етештереүсәнлеген үҫтереүгә йүнәлтелгән милли проект – БР Хөкүмәтенең өҫтөнлөккә эйә эшмәкәрлеген береһе.

Сәнәғәт үҫешенә шул да йоғонто яһай: етештергән тауарҙарға ихтыяж булыуы. Ә тауарыбыҙға ихтыяж үҙебеҙҙә генә түгел, ил төбәктәрендә, сит илдәрҙә лә булһа, тағы ла яҡшыраҡ.

Беҙҙә 2024 йылға тиклем Экспортҡа ярҙам итеү программаһы ла ғәмәлгә ашырыла. Шулай уҡ “Экспорт һәм халыҡ-ара кооперация” милли проектында ла ҡатнашыусы предприятиелар һаны арта. Башҡортостандың Төркиәлә, Ҡаҙағстанда, Белоруссияла Конгресс-бюро вәкилләектәре асылды. Быйыл Үзбәкстанда асырға ниәтләнә.

Иҡтисадты үҫтерергә маҡсат ҡуйғанбыҙ икән, быны сәнәғәт үҫешенән башҡа ҡарау мөмкин түгел. Сәнәғәт – иҡтисадтың нигеҙе. Сәнәғәт сәйәсәтенең һөҙөмтәле ғәмәлгә ашырылыуы былтыр тармаҡтың дүрт секторының үҫешенә булышлыҡ иткән: файҙалы ҡаҙылмалар табыу үҫеше – 100,5, эшкәртеү предприятиелары – 108,3, энергетика – 106,7, һыу менән тәьмин итеү, ҡалдыҡтарҙы йыйыу һәм эшкәртеү, бысратыуҙарҙы бөтөрөү 122,3 процент булған.

Ыңғай динамика шулай уҡ әҙер металл әйберҙәр, электр ҡорамалдары, күн һәм тире изделиелары, автотранспорт, тағылмалар етештереүҙә лә күҙәтелә.

Республикала быйыл да “Инвестиция сәғәте”, ”Эшҡыуарлыҡ сәғәте”, “Сәнәғәт сәғәте” форматтарында эш дауам итәсәк. Әйткәндәй, былтыр 15 декабрҙә “Инвестиция сәғәте” тематик кәңәшмәһе 100-өнсө тапҡыр үтте. Бындай бәғзе бер осрашыуҙар күсмә рәүештә, йәғни теге йәки был предприятие майҙанында үтә. Бер нисә тапҡыр был күсмә сара ваҡытында яңы етештереү предприятиеһы йәки предприятиеның яңы цехы ла асылды. Тимәк, һөҙөмтә бар.

Радий Хәбиров башланғысы менән 2018 йылда эшләй башлаған “Инвестиция сәғәте”нең 99 ултырышы үткән, уларҙа 396 башланғыс йә проект ҡаралған, 815 миллиард һум инвестиция тураһында һүҙ барған.

Республиканың инвестпортфелендә дөйөм алғанда 1 682 проект бар. Уларҙың дөйөм суммаһы – 965 миллиард һум. Һөҙөмтәлә 44 мең яңы эш урыны булдырыу күҙаллана.

Инвестиция йәлеп итеүсәнлек ни тиклем көсәйә, иҡтисадҡа ла шул тиклем файҙа, сәнәғәткә лә шул сама ыңғай күрһәткестәр. Был йәһәттән “Алға” айырым иҡтисад зонаһын телгә алмайынса мөмкин түгел. Республика етәкселегенең еңел сәнәғәтте тергеҙеү планы ла ҙур. Беҙ әле үк проекттарҙы күрәбеҙ. Мәҫәлән, Ишембайҙа резидент менән берлектә тегеү фабрикаһы эш башлап тора. ТОСЭР – йылдам социаль-иҡтисади үҫеш биләмәләре лә ҡуйылған маҡсаттарға ирешеү юлына тайпылмай бара. Әлбиттә, кеше өсөн иң мөһиме – яңы эш урындары барлыҡҡа килеү. Иманым камил – бер нисә йылдан сәнәғәттә беҙ йәш кадрҙарҙың да артыуын күрәсәкбеҙ.

“Сәнәғәт сәғәте” кәңәшмәләре лә әүҙем үтә. Уны ла йыш ҡына күсмә формала, предприятиелар майҙанында үткәрәләр. Шундайҙарҙың береһе, мәҫәлән, “Уралтехсистема” компанияһында йәй көнөн үткәйне. Бында биналарҙы тиҙ ҡороуға ҡорамалдар һәм блок-модулдәр етештерелә. 90 кеше эшләй. Компания етәкселеге яңы цех асырға ниәтләнә. Шул маҡсаттан республиканың Сәнәғәтте үҫтереү фондының субсидиялау программаһында ҡатнашырға уйлағандар. “Уралтехсистема”ның генераль директоры Рәмил Хәмәтханов белдереүенсә, тауар әйләнешен арттырыу өсөн фонд ярҙамы менән файҙаланыу ыңғай һөҙөмтә бирә.

Ошо уҡ күсмә кәңәшмәлә “Авиатех” предприятиеһында ла булғайнылар. Унда сәнәғәттең төрлө тармағына автоматлаштырылған технологик системаларҙы әҙерләү, проектлау, интеграцияолау менән шөғөлләнәләр. Генераль директор Светлана Никольская белдереүенсә, улар кластер булдырыу тематикаһын яҡшылап өйрәнә, ҡушыла һәм дәүләттән ярҙам да бар.

Радий Хәбиров аҙыҡ-түлек һәм эшкәртеү сәнәғәтенә булышлыҡ итеү программаһы буйынса әһәмиәтле проекттарға өҫтәмә ярҙам күрһәтеү тураһында йыш әйтә. Улар араһында ауыл хужалығы тауарҙары етештереүселәр ҙә бар.

Бынан ике йыл элекке бер сығышында Радий Хәбиров “сәнәғәт патриотизмы” булдырыу тураһында һөйләгәйне. Сәнәғәтте үҫтереү маҡсатына ирешеү өсөн эҙмә-эҙлекле аҙымдар менән китеп барабыҙ шикелле.

Һандар һәм факттар

Башҡортостан дизель яғыулығы, аш һәм кальцинирланған сода етештереү буйынса Рәсәйҙә алдынғы урында килә, шулай уҡ дауалау саралары һәм материалдары етештереү – 2,4, ҡағыҙ – 2,3, йыһаз 1,7 тапҡырға артҡан.

Сәнәғәт тармағында 120 инвестпроект ғәмәлгә ашырыла, инвестицияның дөйөм суммаһы 424 миллиард һумға етә. Һөҙөмтәлә 12 мең яңы эш урыны буласаҡ.

Республиканың “Хеҙмәт етештереүсәнлеге һәм мәшғүллеккә булышлыҡ итеү” милли проектында ҡатнашыусы предприятиелары етештерелгән продукцияның үҙҡиммәтен кәметеү, тауарҙы күберәк сығарыу, ҡорамалдарҙың тик тороу ваҡытын ҡыҫҡартыу иҫәбенән бер миллиард һум аҡса экономиялаған.

2021 йылдың 11 айы һөҙөмтәләре буйынса, Башҡортостандың сит илдәр менән тауар әйләнеше күләме дүрт миллиард долларға еткән. Был – 2020 йыл менән сағыштырғанда 21 процентҡа юғары.

Фотола: Әбйәлил районында "Цемикс" предприятиеһын асыу.

Беҙ дөрөҫ юлдан барабыҙ
Беҙ дөрөҫ юлдан барабыҙ
Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас: