Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
16 Февраль 2022, 13:10

Байрамға саралар әҙер!

Ватанды һаҡлаусылар көнөнә ҡарата баш ҡалабыҙҙа байтаҡ сара үтәсәк. Әлбиттә, Мәңгелек утҡа сәскәләр ҙә һалынасаҡ, ҡыҙыҡлы күргәҙмәләр ҙә әҙерләнә.

Байрамға саралар әҙер!
Байрамға саралар әҙер!

23-өндә “Торатау” Конгресс-холында байрам концерты үтә. Салауат һәйкәле майҙанында Өфө гарнизонының хәрби һәм эш техникаһы күргәҙмәһе ойоштороласаҡ.

21 – 23 февралдә “Ватан һаҡсылары” авточелленджы була. Уны Рима Баталова исемендәге Спорт әҙерлеге үҙәге алдында әҙерләйҙәр. Башҡа ерҙә лә булыуы күҙаллана. Аныҡ урыны тиҙҙән билдәле буласаҡ. Автомашиналарҙың фарҙарын һәм “аварийка”ларын яҡтыртып, йондоҙ һыны эшләйәсәктәр һәм “23” һаны яҙасаҡтар.

Ошо уҡ көндәрҙә «Здесь ковалась Победа» флешмобы үтә. Социаль селтәрҙәргә Еңеүгә өлөш индергән яҡын кешеләрҙең фотоларын һалырға, шулай уҡ хеҙмәт ҡаһарманлығы ҡалаһы Өфө тураһында видеороликтар ҡуйырға мөмкин. (Хэштегтар:  #УфаГородТрудовойДоблести и #ЗдесьКоваласьПобеда)

Фото: vk.com

Байрамға саралар әҙер!
Байрамға саралар әҙер!
Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас: