-5 °С
Болотло
Салауатта 45 йәшлек ирҙе хөкөм иттеләр. Был хаҡта Башҡортостандың Тәфтиш комитеты хәбәр итә. Уҙған йылдың сентябрендә ир иҫерек сағында янғынға сәбәпсе тәмәке төпсөгөн ҡалдырып, фатирынан сығып киткән. Икенсе ҡатта урынлашҡан фатирҙа 4 йәшлек ҡыҙ һөрөм еҫенән ағыуланып үлгән, ә уның 17 йәшлек һеңлеһенең һаулығына ауыр зыян килтерелгән. Ғәйепләнеүсе үҙ ғәйебен таныны. Суд уны 1 йылға 8 айға дөйөм режимлы холоҡ төҙәтеү колонияһына оҙатты.
Фото: Т. Аманов