Өфөлә пенсионерҙың аҡсаһын урлаған ялған социаль хеҙмәттең хеҙмәткәрен хөкөм итәләр. Ҡатындарҙы мутлыҡта ғәйепләйҙәр.
Тәфтишселәр асыҡлауынса, 2021 йылдың декабрендә Силәбе өлкәһендә йәшәгән ике ҡатын, социаль хеҙмәткәр сифатында килеп, Блюхер урамында йәшәгән пенсионер ҡатындың фатирына ингән. 84 йәшлек ҡатын мутлашыусыларҙың аҡсалата реформа тураһындағы алдаҡ һүҙҙәренә ышанып, уларға үҙенең аҡсаһын бирә. Ҡатындар 80 мең һум аҡса алып, уларҙы «приколдар банкы билеттары»на алмаштыра һәм ҡасып китә. Пенсионер шикләнә башлай һәм күршеһенән социаль хеҙмәткәрҙең йөрөүе хаҡында белешә. Кире яуап алғас, ул полицияға мөрәжәғәт итә. Мутлашыусылар бер нисә сәғәттән һуң Өфө янындағы заправкала ҡулға алына. Енәйәтселәр үҙ ғәйебен таныған һәм аҡса хужаһына кире ҡайтарған. Енәйәт эше Өфөнөң Орджоникидзе районы судында ҡараласаҡ.
Фото: Т. Аманов