Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
16 Февраль 2022, 19:00

Башҡортостан "Апимондия"ға әҙерләнә

“Апимондия” халыҡ-ара конгресына донъяның 100-ҙән ашыу иленән 5 меңгә яҡын ҡатнашыусының килеүе көтөлә.

Башҡортостан "Апимондия"ға әҙерләнә
Башҡортостан "Апимондия"ға әҙерләнә

6 февралдә Республика йортонда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Рәсәйҙең ауыл хужалығы министры урынбаҫары Ольга Гатагова менән осрашты. Яҡтар Башҡортостанда 2022 йылдың сентябренә билдәләнгән 47-се «Апимондия» халыҡ-ара конгресын уҙғарыуға әҙерлекте тикшерҙе.  Башҡортостан Башлығы үҙенең сығышында  форумдың республика һәм тотош ил өсөн әһәмиәтен һыҙыҡ өҫтөнә алды.

 – Һис шикһеҙ, «Апимондия» – беҙ алдан әҙерләнә башлаған мөһим тармаҡ сараһы. Беҙҙең ил был конгресты тәүге тапҡыр 50 йыл элек, 1971 йылда ҡабул итте, һәм хәҙер, ярты быуат үткәс, был форумды йәнә ойоштора.  Коронавирус пандемияһы шарттарында республиканың халыҡ-ара сараларҙы ойоштороуҙа уңышлы тәжрибәһе бар. Умартасылыҡ форумын да лайыҡлы үткәрә алырбыҙ тип ышанам, – тине ул. Республика етәксеһе беҙҙә умартасылыҡ тармағының үҫешеүен, фәнни ҡараш нигеҙендә яңы технологиялар уңышлы индерелеүен, бөтә был йүнәлештәр уларҙы донъя кимәлендә киң күрһәтеүгә лайыҡ булыуын билдәләне. Өҫтәүенә,  «Апимондия» республиканың инвестиция һәм туристик ҡеүәтен асырға мөмкинлек бирәсәк.

  Рәсәйҙең ауыл хужалығы министры урынбаҫары Ольга Гатагова республиканың мөмкинлектәрен юғары баһаланы, министрлыҡтың Конгресты уҙғарыуҙа ярҙам күрһәтергә әҙер булыуын билдәләне.

  Төп саралар Өфөнөң көньяҡ өлөшөндә урынлашҡан WorldSkills Russia – 2021 майҙансығында   уҙғарыла. Конгресс программаһының бер өлөшөн инновацион һәм традицион умартасылыҡта махсуслашҡан республика райондарында уҙғарасаҡтар. “Апимондия”ла  донъяның 100-ҙән ашыу иленән 5 меңгә яҡын ҡатнашыусының ҡатнашыуы көтөлә.

 

Фото: Глава РБ.

Автор:Зөһрә Йәһүҙина
Читайте нас: