Предприятиела 190 төр колбаса продукцияһы етештерелә, ассортимент даими киңәйтелә. Шуға ла уны сифатлы һәм таныулы итеп төрөү зарурлығы килеп сыҡҡан. Лизинг килешеүе буйынса вакуум термоформалаусы машина алынған. Ул ҡаптар, төргәктәр сығара. Лизинг килешеүенең суммаһы 11 миллион һум булған. "Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси башланғыстарға булышлыҡ итеү" милли проекты, "Сибай ҡалаһында эшҡыуарлыҡты үҫтереү" программаһы буйынса предприятие 2020 йылда ҡала хакимиәте ҡаҙнаһынан сығымдарҙы субсидиялауға ярашлы, бер миллион һум күләмендә финанс ярҙамы алған.
Хәҙер башҡорт колбасаһы тышынан таныулы, продукцияны һатып алыусылар ҙа күбәйә бара.
Фото: Сибай ҡалаһы хакимиәте.