Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
16 Февраль 2022, 11:10

Бөгөн – тәүге “КамАЗ” автомобиленең конвейерҙан сыҡҡан көнө

Татарстандың Яр Саллы ҡалаһында алты йылда “нулдән” ҙур завод төҙөйҙәр. Уның тәүге “емеше” оҙаҡ йылдар Башҡортостанда эшләй.

Бөгөн – тәүге “КамАЗ” автомобиленең конвейерҙан сыҡҡан көнө
Бөгөн – тәүге “КамАЗ” автомобиленең конвейерҙан сыҡҡан көнө

ХХ быуаттың 60-сы йылдарында СССР иҡтисадына йөк машиналары ныҡ кәрәгә. Айырыуса 8 – 20 тонна йөк күтәрә алыусы һәм дизель яғыулығында эшләүселәре. Әммә булған заводтар был ихтыяжды ҡәнәғәтләндерә алмай.

1969 йылдың авгусында СССР Министрҙар Советы һәм КПСС-тың Үҙәк комитеты Татарстандың Яр Саллы ҡалаһында автомобиль заводтары комплексы төҙөү тураһында ҡарар ҡабул итә. Ул урынды юҡҡа һайламайҙар: ил үҙәге тиерлек, Кама һәм Волга йылғаларында суднолар йөрөй ала, тимер юлы ла яҡын. Тимәк, төҙөлөш материалдары, ҡорамалдар, комплекттар ташыуға уңайлы.

Тәүге проект буйынса 150 мең йөк машинаһы, йылына 250 мең двигатель сығарыу күҙаллана. Тәүге автомобиль, йәғни “КамАЗ – 5320” конвейерҙан 1976 йылдың 16 февралендә сығарыла. Был йөк машинаһы оҙаҡ ваҡыт беҙҙә, Башҡортостанда ҡулланыла. Аҙаҡ уны завод музейына һатып алалар, әле лә күрергә була.

1979 йылдың июнендә үк бында 100 меңенсе йөк машинаһын сығаралар. Етештереү үҫеше буйынса рекордтар ҡуйыла. “КамАЗ” әле лә бик “ходовой” йөк ташыусы. Уны донъя дәүләттәре юлдарында ла йыш осратырға була.

Фото: vk.com

 

Бөгөн – тәүге “КамАЗ” автомобиленең конвейерҙан сыҡҡан көнө
Бөгөн – тәүге “КамАЗ” автомобиленең конвейерҙан сыҡҡан көнө
Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас: