Үҙҙәренең баҡсаларына төрлө йәшелсә, сәскә сәсергә, ултыртырға теләгән баҡсасылар миҙгелде орлоҡтар һатып алыуҙан башлай.
Орлоҡ һатып алғанда иң тәүҙә уның ҡабына иғтибар итегеҙ. Ул дымланмаған, таушалмаған булырға тейеш. Сифатлы ҡапта яҙыуҙар асыҡ уҡыла, орлоҡ шыптырлап ҡойолоп тора. РФ Ауыл хужалығы министрлығы талаптары буйынса ҡапта орлоҡто етештереүсенең юридик адресы, телефоны, электрон почтаһы, сайты күрһәтелә. Сайтына инеп булмай, мәғлүмәттәр яңыртылмай икән, ойошманың ялған булыуына дәлил бар. Пакетта йәшелсәнең исеме, сорты, стандарт, техник шарттары (ГОСТ йәки ТУ), сауҙа нөктәләре өсөн штрих- код, агротехника өсөн кәңәштәр, партия номеры яҙыла.Селекция ҡаҙаныштары, Дәүләт реестрына ярашлы, Рәсәйҙә ҡулланырға яраҡлы культураның исеме, сорты күрһәтелә. Был документты интернетта асып ҡарай алаһығыҙ.
Ялған орлоҡ һатыусылар, ғәҙәттә, ҡапҡа сағыу һүрәт ҡуя, уңдырышлы сорт булыуы тураһында һөйләй. Әгәр ҙә етештереү датаһы, партия номеры типография ысулы менән яҙылған икән, был һеҙҙе һағайтырға тейеш. Был билдә штамп менән ҡуйыла. Орлоҡ махсус эшкәртелеп, драже, гранула, плазма рәүешендә булһа, хаҡы ҡиммәт тора.
Орлоҡто махсус магазиндарҙан һатып алыу отошлораҡ һәм ышаныслыраҡ. Сығышлы орлоҡ булһын тиһәгеҙ, селекция- орлоҡ компанияларының билдәле тауарын алығыҙ.Күп етештереүселәр тауарҙы үҙебеҙҙә етештермәй, сит илдән һатып ала. Шуға ла уларҙың сифатлы булыуы икеле. Беҙҙекеләр күпселектә орлоҡто Ҡытай, Голландия,Төркиә, Чехия, Польша, Румыниянан ҡайтарта. Шуға ла орлоҡто үҙегеҙ сәскән йәшелсәнән әҙерләгеҙ.
Фото: farpost.ru