Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
15 Февраль 2022, 15:00

Һөйәркәһен ҡаты язаға дусар иткән

Ир кеше ҡатындың бөтә милкен юҡ иткән. Йорт малын да йәлләмәгән. Бындай аҡылһыҙлыҡ нимәнән килеп сыҡҡан?

Һөйәркәһен ҡаты язаға дусар иткән
Һөйәркәһен ҡаты язаға дусар иткән

Тәтешле районының Гәрәбаш ауылында бер ир өйҙәш ҡатынын үлтереү менән янаған һәм уның йортона ут төрткән.

Тиҙҙән ирҙе хөкөм итәләр. Был хаҡта 15 февралдә төбәк прокуратураһы хәбәр итте. Тәфтишселәрҙең фаразы буйынса, 2021 йылдың июлендә  иҫерек ир һөйәркәһен көнләшеп, уға бысаҡ менән янаған, үс аласағын белдергән. Үҙ ғүмере өсөн ҡурҡып, ҡатын икенсе ауылдағы туғандарына ҡасып киткән.

 Һөйәркәһенән үс алырға теләп, ир уның йортона һәм ихатаһына ут төрткән. Ут һарайҙы, мунсаны, мал-тыуарҙы һәм йорт ҡош-ҡортон юҡ иткән. Йорт үҙе ҡотҡарылған – янғынды осраҡлы үтеп барыусы һүндергән. Көнләшеүсенең ғәйебе 175 мең һумға баһаланған. Ғәйепләнеүсе үҙенең ғәйебен танымай. “Үлтереү менән янау һәм сит кешенең мөлкәтен юҡ итеү” статьяһы буйынса асылған  енәйәт эшен Балтас район-ара суды ҡараясаҡ.

 

Фото: Т. Аманов

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас: